Сәфәрбикә. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Сәфәрбикә[edit]

(Сәфәрбикә - минең «йүргәк» исемем һәм ҡәйнәмдең исеме)

Толомома эләкмәйсә

Ҡалһа сәсем бер юлаҡ,

- Сәфәр төшә, - тип өләсәм

Ҡуйыр ине юл юрап.

Төштө микән, төшмәнеме -

Онотолған ул саҡтар,

Һаман тарта бик йыш ҡына

Алыҫтағы усаҡтар.

Сәфәр бағлап сәстәр үрәм,

Күскенселек ҡанымы -

Һис күрмәгән тарафтарҙы

Әллә ҡайҙан таныймын.

Ҡанбабалар һалған эҙҙәр

Тора гел-гел саҡырып:

Ҡаф тауҙарҙың боҙ түбәһе,

Тубыл, Арал таҡыры.

Тауҙарында табып алам

Тимер башлы уғымды,

Сал диңгеҙе ярға атты

Юғалған сәс суғымды.

Аҡбуҙымдың дағаһынан

Тороп ҡалған эҙҙәре,

Башҡорт үткән был юлдарҙан

Нисә быуат элгәре.

Тамырҙары тороп ҡалып

Әллә ҡайһы быуатта:

- Сатыр суғым һин дәһә, - тип

Таңдарымда уята.

Үткәндәргә сәфәр тотам

Маҡсаттарым аҡ ҡына:

Юл яңыртыу - бурысымдыр

Киләсәктәр хаҡына.

Уралыма өҙөлөп ҡайтам

Ете диңгеҙ, ил урап,

Сәс ҡалдырам юлаҡ-юлаҡ

Киләсәккә юл юрап,

Үткәндәргә юл юрап.